Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Февраль 2020, 15:04

Парадта ҡатнашырға теләйһеңме?

9 май Өфөлә атлы парад уҙғарыла. 75 һыбайлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын күтәреп үтәсәк.

Республикала Еңеү көнөн байрам итеү тарихында кавалерия дивизияһы ошолай кәүҙәләндерелгәне юҡ ине. Үҙенсәлекле акция 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәм генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың данлы хәрби юлына бағышлана.
Унда һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бары һайлап алыу турын үтер кәрәк. Әлеге ваҡытта бары 40 кеше теркәлгән. Парад ҙур кимәлдә үтһен өсөн, бөтәһе 75 кеше кәрәк. Ҡатнашыусыларҙы теркәү афишалағы QR-код йә иһә һылтанма аша алып барыла: https://clck.ru/MB3nx
Ә бөтәһе парадта 2 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы, заманса хәрби техника, ретро автомобилдәр булыуы күҙаллана. Өфөгә был байрамға һәр райондан һәм ҡаланан икешәр ветеран саҡырыла. Әлеге ваҡытта республикала 1345-кә яҡын һуғыш ветераны һәм инвалиды иҫәпләнә.
Читайте нас: