Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Февраль 2020, 12:00

Юлдар хәүефһеҙ булһын

"Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы, Башҡортостандың 16 ҡала-районы юлдарында йәнә 115 фотовидеотеркәү комплексы ҡуйылды, тип хәбәр иттеләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Стәрлетамаҡ (19), Нефтекама (6), Әлшәй (6), Архангел (3), Баҡалы (7), Бәләбәй (6), Белорет (11), Бишбүләк (8), Бүздәк (3), Дәүләкән (4), Иглин (11), Кушнаренко (6), Миәкә (7), Стәрлетамаҡ (1), Федоровка (9), Шаран (8) райондары юлдарында тиҙлек режимын боҙоуҙы теркәгән камералар барлыҡҡа килде.
1 майға тиклем бөтәһе 62 муниципалитетта 609 камера ҡуйыла. Шуларҙың 150-һе яңы йылға хәтлем үк урынлаштырылды. Ҡоролмаларҙы ҡуйыу һәм ҡарау "Башинформсвязь" компанияһы яуаплылығында. Бының өсөн 1,75 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Биш йыл үткәс, камера комплекстары республика милкенә күсәсәк.
Читайте нас: