Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Февраль 2020, 12:04

Башҡортостанда - ер тетрәүе!

Ҡаҙағстан милли мәғлүмәт үҙәге 12 февралдә Көньяҡ Уралда бер юлы ике ер тетрәүен теркәгән.

Башҡортостан менән Силәбе сигендә күҙәтелгән ул. Интерактив карта мәғлүмәттәре буйынса, Ҡотой, Ҡолош һәм Муса ауылдары янында 2.8 магнитудалы ер тетрәүе булған.
Ә Нязепетровск, Ашай һәм Яңы Балаҡатай ауылдары янында һәм Урал тауҙары ҡатламдарында ер тетрәүе бер бер аҙ көслөрөк (3.0 магнитудалы) булған.
Бындай артыҡ көслө булмаған ер тетрәүҙәре халыҡ, биналар һәм ҡоролмалар өсөн хәүефле түгел. Әммә бина эсендә булған һиҙгер кешеләр уны тойоуы ихтимал.
Читайте нас: