Туризм
18 Февраля 2020, 10:15

Еңеү көнөнә фотоконкурс

Республикабыҙҙа Башҡортостандың профсоюздар федерацияһы Еңеү көнө айҡанлы фотоконкурс иғлан итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ижади бәйгелә 12 йәштән алып 35 йәшкә тиклем һәүәҫкәр фотографтар ҙа, профессионалдар ҙа үҙ көсөн һынай ала.
Һәр ҡатнашыусынан 1-3 фотоһүрәт ҡабул ителә (электрон вариантта).
Фотоэштәрҙең тематикаһы конкурс номинацияларының береһенә тап килергә тейеш:
- Был Еңеү көнө!;
- Бер кем дә онотолмаған;
- Ветерандың портреты;
- Еңеүселәр быуыны;
- Һуғыш һәйкәлдәре;
- Һуғыш һәм хәҙерге заман.
Бәйгелә ҡатнашыр өсөн 31 мартҡа тиклем фотоэштәрҙе ошо электрон адресҡа ебәрергә pressa@fprb.ru йәки электрон вариантта Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 1 (Профсоюздар йорто, 334-се кабинет) адресы буйынса килтерергә.
Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе сайтта алырға мөмкин:
http://fprb.ru/activity/fotokonkurs/pobeda_glazami_molodykh/
Читайте нас