Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Февраль 2020, 12:06

Республикала иң яҡшыһы

Бәләбәй егете, дүртенсе курс студенты, буласаҡ башланғыс синыф уҡытыусыһы Дмитрий Аношин Бөтә Рәсәй “Мәғариф һәм педагогия фәндәре” һөнәрҙәре олимпиадаһында ҡатнашасаҡ.

Дмитрий Аношин һәм уның етәксеһе Елена Сиротюк Төбәк һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһында еңеү яуланы һәм Олимпиаданың йомғаҡлау этабында ҡатнашыу хоҡуғына лайыҡ булды.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Кушнаренко, Салауат, Благовещенск, Бөрө, Туймазы, Сибайҙан килгән 17 конкурсант профессиональ тексты (инглиз теле) тәржемә итеү, педагогия ситуацияларын хәл итеү, Microsoft Publisher (Майкрософт Паблишер) программаһында мәғлүмәт буклеттары эшләү оҫталығында ярышты.
Улар шулай уҡ мәғлүмәт технологиялары, тормош хәүефһеҙлеге, экология, педагогика, психология һ. б буйынса тестарға яуап бирҙе, технологик карта буйынса дәрес үткәреп, уға анализ яһаны.
Был еңел булмаған бәйгеләрҙә Дмитрий юғары әҙерлек кимәлен, оҫталығын күрһәтеп еңеү яуланы һәм 2020 йылдың апрелендә Серпухов ҡалаһында (Мәскәү өлкәһе) үтәсәк Олимпиаданың йомғаҡлау этабында республика исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә булды.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас: