Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Февраль 2020, 15:14

21 февраль – халыҡ-ара туған телдәр көнө

Туған телдәр байрамы 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО тарафынан раҫланды һәм йыл һайын билдәләнеп тора. Был көндө бөтә донъяла лекция, конференция, семинар, концерттар уҙғарыла.

Был көндө республикабыҙ мәктәптәре, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы майҙансыҡтарында 112-се башҡорт кавалерияһы дивизияһы командиры М.Шайморатовтың 120 йыллығына арналған башҡорт, рус, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәрендә диктант яҙыу ойошторола.
Текст Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы-публицист Сабир Ҡадыровтың «Урал бөркөтө» әҫәренән алынды. Уны Башҡортостан халыҡтары теленә Өфө вуздары уҡытыусылары тәржемә итте.
Читайте нас: