Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Февраль 2020, 12:05

Алдан иҫкәртеү мөһим

Бәләбәй һөт комбинатында хоҡуҡ һаҡлау органдары предприятие эшселәре менән осрашыу үткәрҙе.

Комбинат коллективы алдында Рәсәй эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы бүлеге начальнигы Андрей Самышев, Бәләбәй районы буйынса ЮХХДИ начальнигы Руслан Сафиуллин һәм БР буйынса Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу идаралығы начальнигы Геннадий Мосякин сығыш яһаны.
Төп тикшерелгән мәсьәлә – мутлашыу осраҡтарының йышайыуы булды. Шулай уҡ спикерҙар ата-әсәләр балаларының кем менән һәм нисек ваҡыт үткәреүҙәрен белергә тейешлегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Руслан Сафиуллин ҡалала ҡуйылған фотовидеотеркәү камералары эше тураһында һөйләне, уларҙың һаны тағы ла артасаҡ тине.
Осрашыу аҙағында ҡунаҡтар хоҡуҡ боҙоу осраҡтары тураһында полицияға ваҡытында хәбәр итергә өндәне.
Илья Букарев
Читайте нас: