Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Февраль 2020, 19:20

Хеҙмәт баҙарында хәлдәр нисек?

Эшләп йөрөүселәрҙең 72 проценты һөнәрен алмаштырырға теләй...

Хеҙмәт баҙарын бик ентекле тикшереп-контролләп торалар. Мәҫәлән, ғинуарҙа 100 буш вакансияға тура килеүсе 710 резюме барлығы асыҡланған (Рәсәй буйынса). Ҡайһы бер һөнәрҙәргә эш биреүсегә хатта һайлау мөмкинлеге лә юҡ. Ә дөйөм буш вакансиялар һаны эш эҙләүселәр һанынан күпкә артыҡ.
Рәсәйҙә методологтар, проекттар буйынса консультанттар, белем биреү буйынса тренерҙар, аналитик-социологтар етмәй. Йәғни “Консультирование” тигән йүнәлештә эш эҙләүселәр бик һирәк.
Йәнә лә HR-белгестәр (инженерҙар, монтажлаусылар, координатор-диспетчерҙар), страховкалау буйынса белгестәр әҙ. Фармацевтар, автомобиль бизнесы, банк һәм төҙөлөш, ҡунаҡхана, ресторан тармағы өсөн дә белгестәр ерҙә аунап ятмай, йәғни күп түгел.
Ә бына юғары менеджмент вакансияларына кандидаттар быуа быуырлыҡ икән. Шулай уҡ тәжрибәһе булмаған студенттар өсөн вакансияларға ҙур конкурс менән һайлап алыу мөмкинлеге бар. Масс-медиа, юристар, бухгалтерҙар, административ персонал, күңел асыу тармағы буйынса вакансияларҙы бер ҙә буш тотмайҙар – эш эҙләүселәр күп.
SuperJob сервисында үткәргән тикшеренеү һөҙөмтәһе шундай: эшләүселәрҙең 72 проценты һөнәрен алмаштырырға теләй. Тик, эксперттар белдереүенсә, уларҙың бик әҙе генә теләген ғәмәлгә ашыра.
Әйткәндәй
Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәре 10 иң кәрәкле (шундай һөнәрҙәрҙгә ихтыяж ҙур тип аңларға кәрәк) һөнәр исемлеген төҙөгән.
Иң тәүҙә һатыусы-кассир тора. Унан ашнаҡсы, педагог, юрист, социаль хеҙмәткәр килә. Тик бер нәмәһе бар: тиҙҙән һатыусыларҙы роботтар алмаштырасаҡ һәм IT-белгестәр, маркетологтар күберәк кәрәгәсәк.
Читайте нас: