Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Февраль 2020, 11:45

Беҙҙе ниндәй март көтә?

Март айында һалҡын булыуы ихтимал.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәгенең фәнни етәксеһе Роман Вильфанд журналистар менән әңгәмәләшкәндә мартта Рәсәйҙең Европа өлөшөндә минус ун градусҡаса һалҡын булыуы ихтималлығын белдерҙе. Климат билдәләмәһе буйынса март – ҡышҡы ай, шуға күрә температураның түбәнәйеүен ниндәйҙер ғәҙәти булмаған хәл тип ҡабул итергә кәрәкмәй, тип билдәләне синоптик. «Был – ғәҙәти күренеш, шуға мартта минус 7-10 градусҡа тиклем һалҡын булыуы мөмкин тип фаразлайбыҙ», — тип һөйләне ул РБК мәғлүмәт агентлығына.
Алдан хәбәр ителгәнсә, быйылғы март урта һыҙатта иң ҡоро ай булмаҡсы. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда, Киров өлкәһендә, Пермь крайында, шулай уҡ Һарытау өлкәһенең көнсығышында, Уралдың көньяғында, Төмән өлкәһенең көньяғында, Омск өлкәһендә, Иркутск өлкәһенең төньяғында, Байкал аръяғында, Приморьела, Сахалиндың көньяғында яуым-төшөмдөң аҙ булыуы фаразлана.
Читайте нас: