Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Февраль 2020, 16:19

«Хәйер» марафоны иғлан ителде

Марафон Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан минималь пенсия алған яңғыҙ ҡарттар, туғандары ҡарауынан мәхрүм ҡалған өлкән йәштәге инвалидтарға ярҙам йөҙөнән ойошторолдо.

Уны Башҡортостан хәйриә фондтарының береһе Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге менән берлектә үткәрә. Марафон барышында мохтаждарға оҙаҡ ваҡыт һаҡлана торған аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратыла.
Әле Өфө ҡалаһының Октябрь районында урынлашҡан “Бәхет” һәм Кушнаренко районының “Ышаныс” халыҡты социаль яҡлау үҙәктәре менән килешеүҙәр төҙөлгән. Был акцияны бөтә райондарға таратыу планлаштырыла.
Читайте нас: