Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Февраль 2020, 19:16

Үҙ өлөшөңдө индер - “Ирекмәндәр проекты”

Бөгөн башҡорт телен өйрәнеү, уны үҫтереү йәһәтенән интернет селтәре киң мөмкинлектәр тәҡдим итә. Заманса ҡарашлы йәштәр тел өйрәтеүсе һәр төрлө мобиль ҡушымталар, уйындар уйлап таба, плейлистар булдыра.

YouТube каналында 2013 йылдан Bashkortization каналы эшләп килә: https://www.youtube.com/Bashkortiza¬tion. Әлеге ваҡытта унда башҡорт мөхитенә бәйле һәр төрлө видеояҙмалар тупланған 20-нән ашыу плейлист бар. Мәҫәлән, “Башҡортса йәнһүрәттәр” бүлегендә 50-гә яҡын башҡортса йәнһүрәт ҡарарға мөмкин:
https://www.youtube.com/playlist?list=PLooJ8kH32LhP29x1k5Un-dp2WKSKQGNYn. “Башҡортса нәфис фильмдар” плейлисы башҡорт кинолары менән танышыу мөмкинлеге бирә. Бында әлеге көндә 30-ҙан ашыу фильм тупланған. Ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һылтанма:
https://www.youtube.com/playlist?list=PLooJ8kH32LhPVFpvLEOcRgBusKdbufQ7S.
Каналда башҡорт телендәге караокелар ҙа бар, рәхәтләнеп туған телдә йырларға ла мөмкин:
https://www.youtube.com/playlist?list=PLooJ8kH32LhMmyAOFzJVjDgBSMbNFUmlx.
Был эштәрҙең башында йәш, заманса ҡарашлы башҡорт егете Шамил Амангилдин тора. Башҡорт телендәге видеоконтенттың үтә бай булмауын иҫәпкә алып, былтыр Шамил төрлө ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәрҙе һәм нәфис фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләү эшен башлап ебәргән. Изге ниәтен нисек тә алға ебәреү маҡсатында ул “Ирекмәндәр проекты” булдырған. Йәғни теләге булған һәр кем Шамилдың башланғысына ҡу¬шы¬ла, башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға үҙ өлөшөн индерә ала.
Бөгөн башҡортса йәнһүрәттәр һәм нәфис фильмдарҙың онлайн базаһы булдырылған. Уның адресы:
https://drive.google.com/file/d/18mXsxxiDVYu83MWfJzifFhwak9AY80z_/view.
Әгәр һеҙ, ирекмән булараҡ, берәй йәнһүрәтте йәки нәфис фильмды башҡортсаға тәржемәләү эшендә ҡатнашырға теләһәгеҙ:
l 8-925-998-19-93 һандары буйынса (ватсап аша) Шамилға хәбәр итәһегеҙ;
l артабан хеҙмәттәшлек йүнәлеш¬тәре, ниндәй эште башҡара алыу мөмкинлеге билдәләнә, тәржемә өсөн йәнһүрәт йәки нәфис фильм һайлана.
Ирекмәндәрҙең ярҙамы төрлөсә булыуы ихтимал: сит телдән рус теленә, руссанан башҡортсаға тәр¬жемә, әҙер тексты тауыш менән яҙҙырыу һ.б.
Монтажлау эштәрен Шамил үҙе башҡара. Әлбиттә, башҡорт телендәге вариантта тәржемәсе лә, тауыш яҙҙырыусы ла шәхсән исемләп күрһәтеләсәк. Шуныһы уңайлы – барлыҡ эш ситтән тороп, йәғни интернет аша башҡарыла. Тауыш яҙҙырыуҙа ҡатнашыусыларға был ижади процесҡа балаларын да йәлеп итергә була. Киләсәктә теләге булғандарҙы монтаж, башҡортса видеоконтенттар булдырыу эшенә лә өйрәтергә мөмкин, ти проекттың хужаһы.
– Иң мөһиме – һәр кем өр-яңы башҡорт мөхитен булдырыу эшендә ҡатнаша ала. Бының өсөн теләк кенә кәрәк. Бергәнең эше берәгәйле, ти халыҡ мәҡәле. Беҙ ҙә бергәләп иҫ киткес ҙур башҡорт видеоконтентын булдырасаҡбыҙ. Замандар ҙа, заңдар ҙа үҙгәрә, ә рухи ҡиммәттәр ҡала. Бөгөн беҙ башҡарған эштәр ҙә тарихҡа инәсәк, телебеҙҙе ҡулланыу даирәһен арттырыуға ысын ярҙам буласаҡ. Әгәр ошо изге башланғыстарға ҡушылырға теләйһегеҙ икән, миңә яҙығыҙ, – ти Шамил.
Читайте нас: