Бөтә яңылыҡтар
Туризм
21 Февраль 2020, 12:09

Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы

Айгөл Борисова Бәләбәй ҡалаһының башҡорт гимназияһы-интернатына эшкә педагогия училищеһын тамамлағас та килә. Районда беренселәрҙән булып, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән дәрестәр алып бара.

Юғары категориялы тәжрибәле уҡытыусы хеҙмәте күп ҡаҙаныштарға һәм бүләктәргә лайыҡ була. Шуларҙың иң ҡәҙерлеләренең береһе – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2015 конкурсының «Рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү” номинацияһында еңеп сығыуы.
Айгөл Шифа ҡыҙы тураһында уҡытыусы-эҙләнеүсе тип әйтергә була. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыусыларға төплө белем биреү маҡсатында төрлө яңы технологиялар, алымдар ҡуллана, эҙләнә. Һәләтле уҡытыусының уҡыусылары ла һәләтле, улар ҡала ғына түгел, республика кимәлендә үткәрелгән конференция, олимпиадаларҙа ҡатнаша.
Фәнни-тикшеренеү эшен башҡарыу балаларҙа белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙа аналитик фекерләү, Интернет селтәрен файҙаланырға өйрәнеү, күҙәтеүҙәр алып барыу, фекерҙәрҙе тәртипкә килтереү, үҙ фекереңде нығытып, һығымталар яһау кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү мөмкинлеген бирә.
- Балаларға булған һөйөүе, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре, уҡыусылары менән уртаҡ уйҙары, бер йүнәлештә эшләүе, һайланған эш ысулдары үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай,- ти гимназия-интернат директоры Дилбәр Фәтхетдинова.
Гөлнара Мурзина
Читайте нас: