Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Февраль 2020, 11:08

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап - хәрби парад

Өфөлә ойошторолған был мини парадта бөтәһе 200-ҙән ашыу йәш армеец, курсант һәм кадет ҡатнашты.

Мөҡсинов урамында ойошторолған сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та булды. Парад алдынан уның төп геройы 112-се башҡорт атлылар дивизияһы яугире Мөғин Нагаевҡа Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы. Быйыл 4 ғинуарҙа ветеранға 102 йәш тулды. Геройҙан өлгө алабыҙ, уға ҡарап һоҡланабыҙ, ти йәш быуын вәкилдәре Дарья һәм Тимур.
Хәрби парадтан һуң республика башлығы Өфө хәрби ветерандар госпиталендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Зариповты тәбрикләне һәм уны ла Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләне.
Шулай уҡ “Башҡортостан” концерт залында тантаналы шарттарҙа тағы ла 6 замандашыбыҙға Шайморатов ордены тапшырылды..
Читайте нас: