Бөтә яңылыҡтар
Туризм
25 Февраль 2020, 19:45

Ярҙам кәрәк булһа - “112” телефонына шылтырат

Күптәребеҙҙең ҡасан да булһа “112” телефонына шылтыратып ярҙам һорағаныбыҙ бар. Баҡһаң, былтыр ғына “112 Системаһы” диспетчерҙары 2,2 миллиондан ашыу шылтыратыу ҡабул иткән икән.

Көн һайын саҡырыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге алты мең самаһы шылтыратыу ҡабул итә. Был турала оператив кәңәшмә ваҡытында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдерҙе.
Башҡортостан Волга буйы федераль округында 112 номеры буйынса ашығыс хеҙмәттәр саҡырыуҙарын берҙәм системаға ойошторған өсөнсө төбәк булып тора. Был Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Федераль именлек хеҙмәте, республиканың Һаулыҡ һаҡлау, Финанс һәм Һанлы үҫеш министрлыҡтарының берҙәм хеҙмәте сәбәпле мөмкин булған. Артабан да системаны үҫтереү, мобиль ҡушымтаны эшкә ҡушыу, инвалидтар өсөн уңайлы сервистар булдырыу планы тора.
Шул уҡ ваҡытта Межгорье, Баймаҡ, Ейәнсура, Илеш, Федоровка һәм башҡа ҡайһы бер райондарҙа сервис эшмәкәрлегендә тотҡарлыҡтар бар. Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовҡа был мәсьәлә менән шәхси шөғөлләнергә ҡушты.
– Район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашығыҙ, эште ойоштороғоҙ. Хәлде төҙәтергә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы. – Дисциплинаны нығытһағыҙ, был мәсьәләгә башҡа әйләнеп ҡайтмаҫбыҙ. Дөйөм алғанда, “112 Системаһы” эшен яҡшы баһалайым. Тик тормош урынында тормай, системаны үҫтереү кәрәк, бәлки башҡа төбәктәр тәжрибәһен өйрәнергә кәрәктер.
Читайте нас: