Бөтә яңылыҡтар
Туризм
28 Февраль 2020, 14:59

Пенсияны һатып алып буласаҡ

Әле страховка пенсияһын алыу өсөн тейешле йәшкә барып етергә һәм 15 йылдан кәм булмаған стаж кәрәк.

“Коммерсант” баҫмаһы белдереүенсә, тиҙҙән гарантияланған пенсия планы сиктәрендә аҡсаны пенсия алыу өсөн балдарға йәки страховкалы стажға әйләндереү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Ә гарантияланған пенсия планы – ул әле Рәсәй Үҙәк банкы менән илдең Финанстар министрлығы әҙерләгән пенсия йыйылмалары.
Әгәр граждандың хеҙмәт стажы йәки балдары етмәһә, уларҙы Рәсәй Пенсия фонды аша үҙаллы түләүҙәр аша юллау мөмкинлеген бирмәкселәр.
Шулай итеп, Пенсия фонды планында хаҡлы ялға тип тупланған сумманы кәрәкле стаж йәки балдарҙы алыуға йүнәлтмәкселәр. Әйткәндәй, был хаҡта Рәсәй Үҙәк банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Швецовтың кәңәшсеһе Степан Кузнецов “Корпоратив пенсиялар – үҫештең яңы этабы” темаһында арналған “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә әйткән.
Читайте нас: