Бөтә яңылыҡтар
Туризм
2 Март 2020, 17:00

Рауил Бикбаевтың исеме мәңгеләштерелә

Башҡортостан Республикаһы башлығының «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында»ғы указына ярашлы, Рауил Бикбаев исемендәге ике стипендия булдырылды.

Стипендиялар Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге дәүләт юғары белем биреү ойошмалары студенттары өсөн тәғәйенләнгән. Улар Башҡортостан Республикаһының туған телдәрен һәм әҙәбиәтен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыу буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн бирелә. Һәр стипендияның күләме – 1200 һум (төбәк коэффициенты менән бергә).
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: