«Инеш өлөштө тамамлап, бөгөн халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға туранан-тура ҡағылышы булған ҙур мәҙәни сара хаҡында әйтергә теләйем. 18 июлдән 1 авгусҡа тиклем Башҡортостан Республикаһында VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғарыла. Рәсәйҙә был сара бер нисә этапта ойошторола. Асыу тантанаһы 18 июлдә Өфөлә була, ә 19 июлдә милли кейемдәрҙәге ҡунаҡтарҙың сығышы көтөлә.Тап ошо аҙнанан VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми сайтында Рәсәй һәм сит ил киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн аккредитация асыла, – тине Мария Захарова. – Сарала 85 илдән 3000-дән ашыу вәкил ҡатнаша. 14 көн дауамында коллективтар бер-береһе менән мәҙәниәт ярҙамында аралаша».