Бөтә яңылыҡтар
Туризм
3 Март 2020, 17:00

Ниһайәт, яңыртылған Бала табыу йорто асылды!

Бәләбәй ҡалаһының һәм районының гүзәл яртыһы өсөн шатлыҡлы яңылыҡ!

Дүшәмбенән, 2 марттан, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы бүлеге Бала табыу йортоноң ремонтланған бинаһына ҡайтты. Адресы: Бәләбәй ҡалаһы, Революционерҙар урамы, 9-сы йорт.
Бөтә һорауҙар менән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Тимофеева Ирина Федоровнаға (8 917 798 85 65), шулай уҡ баш табиптың ҡабул итеү бүлмәһенә 8 (34786) 4-26-73 телефонына шылтыратырға мөмкин.
Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы:
– регистратура: 8 (34786) 5-99-35;
– стационар: 8 (34786) 5-99-36.
Акушерлыҡ стационары: 8 (34786) 5-99-37.
Гинекология бүлеге: 8 (34786) 5-99-38.
Бәләбәй үҙәк дауаханаһы сайты материалы буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
#Бәләбәй хәбәрҙәре#һаулыҡ һаҡлау#бала табыу йорто ҡайтты
Читайте нас: