«1 сентябрҙән башлайбыҙ. Шуға әҙерләнеүегеҙҙе һорайым. 1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә ата-әсәләр балаларына нимә ашатыуҙарын күрһен өсөн дегустация саралары үткәрергә кәрәк», — тине республика етәксеһе.
Киләһе уҡыу йылынан республикала башланғыс класс уҡыусылары өсөн бер тапҡыр ҡайнар аш менән туҡланыу хаҡы 55 һум була.
– Ошо суммаға баланы һәйбәт ашатырға мөмкин. Иң мөһиме – быны кешесә һәм оҫталарса эшләү, — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға Финанстар министрлығы һәм федераль Мәғариф министрлығы вәкилдәре менән ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты. – Башҡортостанда мәктәптәрҙә ҡайнар аш менән намыҫһыҙ тәьмин итеүселәр булмаҫҡа тейеш.
Ул муниципалитет башлыҡтарына быны иғтибар менән күҙәтеп барырға ҡушты. «Тәү сиратта дәғүәләрем һеҙгә булыр. Бының өсөн һеҙ яуаплы», — тине Хәбиров.
Белешмә. Йәкшәмбе, 1 мартта, Рәсәй президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Ул баҫылып сыҡҡандан һуң 60 көн үткәс көсөнә инә.