Артабан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев сығыш яһап, уҙған йыл һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт әйтте һәм берҙәмлеккә саҡырҙы. Урал Таһир улы шулай уҡ быйыл төп сара – ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тип атап үтте һәм әүҙем эшләргә саҡырҙы.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡортостан эсендәге – 70, Рәсәй тәбәктәрендә – 38, донъя буйлап 20-нән ашыу башҡорт ҡоролтайҙары эшмәкәрлеген баһалап, рәхмәт белдерҙе.
Эльвира Ринат ҡыҙы Ҡоролтай Уставындағы үҙгәрештәр, бер нисә ағза башҡарма комитеттан сығыу сәбәпле, яңы ағзалар ҡабул итеү кәрәклеге тураһында әйтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Искәндәр Юлдашев ҡоролтай ағзаларына бергә эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙен был вазифанан бушатыуҙы һораны.
Йыйылыш һуңында Ҡоролтайға яңы ағзалар һайланды. Улар араһында танылған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, «Арғымаҡ» төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов бар.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп бер тауыштан Ғәлим Яҡупов һайланды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне