Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Март 2020, 15:00

Һигеҙ – сикһеҙлек билдәһе

Бәләбәй районының һигеҙ вәкиле – IV «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсы финалсылары араһында.

Приют ҡасабаһы 2-се Балалар сәнғәт мәктәбенең «Йәйғор» өлгөлө хоры етәксеһе Гөлнара Полищук үҙенең ҡаҙаныштарын – «Ҡатын-ҡыҙ-педагог», ә уның коллегаһы Елена Сабодашева «Ҡатын-ҡыҙ - мәҙәниәт» номинацияһында күрһәтте.
Приют ҡасабаһының 5-се мәктәбендә эшләүсе күп балалы әсә Галина Афанасьева үҙ ғаиләһендә һаҡлаған халыҡ педагогикаһы традициялары тураһында һөйләне.
Йәштәр лидеры, Бәләбәй медицина колледжы студенты Лиана Иванова конкурста ирекмән сифатындағы уңыштарын күрһәтте.
Ветерандар советының ике актив ағзаһы – Елена Гаврилова менән Мария Юшкова ла финалға сыҡтылар.
«Ҡатын-ҡыҙ-оҫта» номинацияһында беҙҙең район исеменән «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинатының лаборатория мөдире Зарима Вәлиева сығыш яһаясаҡ.
«Йыл уңышы» номинацияһында «Белебеевские известия» газетаһының бүлек мөдире Гөлнара Мурзина финалсы булды. Ул 2018 йылда «Селтәрҙәге журналист» республика конкурсында өс тапҡыр еңде, йыл һөҙөмтәләре буйынса иң күп уҡылған ун журналист исемлегенә инде.
Бөгөн финалсылар Өфөгә тантанаға саҡырылған.
Лилиә Мәжитова мәғлүмәтен Зөлфиә Ғарифуллина тәржемә итте
Читайте нас: