Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Март 2020, 12:00

Путин указға ҡул ҡуйған

Ғаиләлә беренсе бала тыуғас та әсәлек капиталына сертификат бирелә башлаясаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын киңәйткән законға ҡул ҡуйған. Бының турала хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталына һылтанып, ТАСС хәбәр итә.
Ике балалы ғаиләләргә түләү күләме артасаҡ. Сумманы йыл һайын индекслау ҙа ҡаралған.
Капитал түбәндәгесә тәшкил итәсәк:
– ғаиләлә 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып, беренсе бала тыуған йәки уллыҡҡа/ҡыҙлыҡҡа алынғанда – 466 617 һум,
– икенсе йәки унан һуңғы бала тыуһа – 616 617 һум.
Был үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә, ғаиләләр әсәлек капиталын йорт төҙөүгә йәки ремонтлауға (шул иҫәптән баҡса ер биләмәләрендә) йүнәлтә аласаҡ. Быйыл беренсе һәм икенсе бала өсөн аҡсаға миллиондан ашыу ғаилә өмөт итә аласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: