Бөтә яңылыҡтар
Туризм
4 Март 2020, 14:00

Яңы конверт почта әйләнешенә сыҡты

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығына арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты.

Ғәҙәти почта маркаһы йәбештерелгән конвертта Өфөләге Ҡоролтай төшөрөлгән, шулай уҡ : «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай. 25 йыл» тип яҙылған.
Конверттың тиражы – 500 мең дана. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм илдең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә оҙатылды.
– Яңы конверт айырыуса төбәк дәүләт власы органдарына бағышланған марка йыйыу менән мауыҡҡан коллекционерҙар өсөн бик кәрәк, – тип иҫәпләй Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимов.
Конверт менән бер үк ваҡытта махсус почта штемпеле лә сығарылды. Уның даими теркәлгән урыны – Өфө почтамты янында урынлашҡан 450000 почта элемтәһе бүлексәһе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: