Бөтә яңылыҡтар
Туризм
5 Март 2020, 13:44

Бала табыу йортонда – тәүге сабый!

Кисә Бәләбәйҙең яңытылған бала табыу йортонда тәүге сабый донъяға килде. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Ул – Бәләбәй бала табыу йортонда ремонт тамамланғандан һуң тыуған тәүге сабый. Бында бала табыу йорто 2015 йылдан бирле эшләмәгән, сифатһыҙ ремонттан һуң оҙайлы судтар башланған. Уҙған яҙ беҙ ошо мәсьәләне хәл итә алдыҡ, бүтәнсә ундай хәлгә юл ҡуйылмаһын ине», – тип яҙҙы республика етәксеһе.
Бәләбәй бала табыу йортонда ремонт эштәре республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум бүленгәндән һуң башланды. Ул ваҡытта республика башлығы вазифаһын башҡарыусы статусында эшләгән Радий Хәбиров урындағы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн кәрәкле медицина учреждениеһын тиҙ арала төҙөкләндерергә ҡушты.
Яңыртылған бала табыу йортонда донъяға килгән сабыйға Диана тип исем ҡушалар.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: