Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһында уҙғарылған IV «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, республика башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина сәләмләне.
– Бөгөн бүләкләнгән ҡатын-ҡыҙҙар тормоштоң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын күрһәтте. Йәштәребеҙ улар өлгөһөндә тәрбиәләнә, ә йәштәр – милләтебеҙ киләсәге ул. Дан һеҙгә, милләт әсәләре! – тип ҡотланы еңеүселәрҙе Гөлнур Ҡолһарина.
Бүләкләнеуселәр араһында «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең ветерандар клубы хоры етәксеһе, «Аҡмулла» башҡорт ижтимағи үҙәге ойоштороусыһы Анжела Әүбәкированың да булыуы беҙгә айырыуса күңелле!
Анжела Риф ҡыҙын беҙҙең Бәләбәйҙә белмәүселәр һирәктер. Бар яҡлап матур, талантлы үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы ул! Моңло тауышы менән халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарһынмы, уға ғына хас оҫталыҡ менән думбырала сирттерһенме, матур кисәләр ойошторһонмы – барыһын да булдыра ул!
Киләсәктә лә Анжелаға тик уңыштар ғына йылмайһын!