Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Март 2020, 17:00

Өфөнөң 450 йыллығы яҡынлаша

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 4 мартта ҡала Советы ултырышында йыйылыусыларға Өфөнөң 450 йыллығы яҡынлашып килеүен хәтергә төшөрҙө.

Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйыу буйынса ил президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итергә ниәтләй.
«Был мөһим дата. Мин илебеҙ президенты алдына указ тураһында мәсьәләне ҡуйырмын, әлбиттә. Хәҙер кәрәкле документтар әҙерләйбеҙ, президентыбыҙ хакимиәтенә сығырбыҙ. Указды көтмәйенсә,был мәсьәләгә әле үк әҙерләнеү зарур. Республика хөкүмәте ярҙам күрһәтергә әҙер. Ошо әһәмиәтле байрамды Өфө нисек ҡаршы алыр, уйлағыҙ. Был 2024 йылда була. 450 йыл – 500, 1000 йыл түгел, әлбиттә, ләкин мин ниндәйҙер ҡарар әҙерләп, артабан барырға тәҡдим итәм», – тине республика етәксеһе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: