Ҡаланың һәм яҡындағы райондарҙың бизнес берләшмәһе менән осрашыуҙа республика етәксеһе «ауыртҡан урындарҙы»: муниципалитетта «эшҡыуарҙар сәғәттәрен» ойоштороуҙы, «Минең бизнесым» үҙәген һәм һәм коворкинг-офистар булдырыуҙы, рөхсәтһеҙ эшләгән коммерсанттарға ҡаршы тороуҙы тикшерҙе.
– Мин махсус рәүештә район башлығынан ошо осрашыуҙы ойоштороуын һораным. Бизнесты үҫтереү – беҙҙең өсөн төп йүнәлештәрҙең береһе. Бының өсөн барыһын да эшләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, бизнесмендар республика башлығына тағы бер, ләкин «төрлө кимәлдәге түрәләрһеҙ» осрашыу ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Уны 12 мартта Стәрлетамаҡта бизнес-шерифтар форумында үткәрергә хәл ителде.
Радий Хәбиров шулай уҡ яңытылған бала табыу йортонда, үҙгәртеләсәк ҡала быуаһы янында булды.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне