Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Март 2020, 12:00

Диссертация советы – үҙебеҙҙә

Башҡортостанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советы тергеҙелде.

Был хаҡта Башҡорт дәүләт университеты проректоры Азат Ғәлимханов бына нимә тине:
— Быға тиклем республикабыҙҙа тап башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса диссертация советының булмауы ҙур етешһеҙлек ине.
Бөгөн ошо диссертация советы эшләй башланы. Бында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы бик ҙур булды. Сөнки ул фән һәм юғары белем министрына Башҡорт дәүләт университетының диссертация советын булдырыу тураһында үтенесен хуплауҙы һорап яҙма мөрәжәғәт ебәрҙе.
Был үтенес хәл иткес роль уйнаны. Эш шунда: әлеге ваҡытта Мәғариф һәм фән министрлығы диссертация советтарын асыуға ҡаты ҡарашта. Хәҙер диссертация советын асыу бик ҡатмарлы. Күп юғары уҡыу йорттары ошондай үтенестәр менән мөрәжәғәт килә, ләкин кире ҡағыуҙар күп.
Хәҙер Башҡорт дәүләт университетында фән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ғилми хеҙмәттәр, диссертациялар яҡларға була. Был квалификациялы кадрҙар, яңы фән кандидаттары, яңы фән докторҙары әҙерләргә мөмкинлек бирә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: