Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Март 2020, 14:10

Коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылған

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылған. Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан.

«Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.
Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: