Бөтә яңылыҡтар
Туризм
10 Март 2020, 17:00

Ҡурайсы һәм йырсы тураһында

Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары «Башҡортостан ынйылары» республика театр-фольклор коллективтары конкурсы-фестиваленең төбәк этабында ҡатнашты.

Биш райондың муниципаль этаптарҙа еңгән биш коллективы ҡатнашҡан фестивалдең девизы – «Һинең исемең кешеләр йөрәгендә».
Командалар тыуған ерҙәренең тарихын, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм фольклорын лайыҡлы күрһәтте.
Тикшеренеү эштәренә ярашлы, улар үҙҙәре менән таныштырҙы, сәхнәлә уйнаны, флешмобтар үткәрҙе.
Башҡорт гимназия-интернатының «Аманат» фольклор төркөмө гимназияла һәм ҡалала данлыҡлы, мәртәбеле кеше – композитор, ҡурайсы, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Булат Йәнекәев тураһында «Башҡорт халҡының мәҙәниәте үҫешенә өлөш индергән шәхес» постановкаһын күрһәтте.
Бәләбәйҙәр өсөнсө урын алып, конкурс-фестивалдең төбәк этабы призерҙары булды.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: