Дәүләт Думаһы депутаттары төҙәтмәне хупланы: 380-е – «ыңғай», 44-е «ҡаршы» тауыш бирҙе.
10 мартта Путин, Дәүләт Думаһы ултырышында сығыш яһап, Конституцияға президент сроктарын бөтөрөү тураһында төҙәтмәне хупланы һәм бының Конституция суды әлеге хәлде хуплаған осраҡта ғына булыу ихтималлығын белдерҙе, тип хәбәр итте Forbes.
– Ошо варианттың [президент сроктарын бөтөрөү тураһында] булыуы мөмкин, ләкин төп шарт: Конституция суды бындай төҙәтмә Конституцияға ҡаршы килмәй тигән рәсми һығымта бирергә тейеш. Беҙ бит яңы Конституция ҡабул итмәйбеҙ, ә уға мөһим төҙәтмәләр индерәбеҙ, – тине Путин.
Шул уҡ ваҡытта ул Конституциянан президент сроктары һаны буйынса сикләүҙәрҙе алыуға ҡаршы икәнен әйтте. Шулай уҡ ул Дәүләт Думаһына һайлауҙы ваҡытынан алда үткәреүҙе кәрәк тип тапмауын белдерҙе.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне