Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә – предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу.
Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ауған ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйып алырға тейеш.
Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципалитеттар Таҙалыҡ көндәрен уҙғарыу буйынса саралар планын ҡабул итергә һәм Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырырға бурыслы.
– Беҙ бер нисә муниципалитеттың, тәү сиратта, Учалы һәм Әлшәй райондарының тәжрибәһен өйрәндек. Унда һәр предприятие үҙҙәренә беркетелгән биләмәне йыйыштырыу өсөн бер сәғәткә кешеләр бүлә, – тип белдерҙе Радий Хәбиров хөкүмәттәге кәңәшмәлә. – Мәҫәлән, Учалы – бик таҙа ҡала. Шуға беҙ ошо тәжрибәне тотош республикаға таратырға булдыҡ. Мин быға ҙур иғтибар бүләм.
Республикала тәүге таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала уҡ башлана – 18 марттан 20-һенә тиклем. Шул уҡ ваҡытта ҡарҙан таҙартыу эше башҡарыла, 16 марттан санитар йыйыштырыу һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү башлана.
Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе өс дөйөм республика өмәһен (18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә), шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көнөн, ике «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үткәреү планлаштырыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.