Бөтә яңылыҡтар
Туризм
11 Март 2020, 17:00

Ырғыҙ ҡыҙы Һәҙиә

Шәхес культы йылдарында нахаҡҡа рәнйетелгән, ғәйепһеҙгә кәмһетелгән, һөйөклө ирен, берҙән-бер улын юғалтҡан, әммә тормоштан ваз кисмәгән, саф намыҫлы, көслө ихтыярлы булып ҡала алған талант эйәһе... Яҙмыштың әсе елдәре, нисек кенә ҡаты ҡаҡмаһын, Һәҙиә Дәүләтшинаның бәхет тотҡаһын һындыра алмаған...

Үҙәк китапханала халҡына ҙур хазина – «Ырғыҙ» романын бүләк иткән яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан бик матур, бай йөкмәткеле сара уҙҙы. Уны Бәләбәй медицина колледжының 1-се курс студенттары өсөн китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Рәсимә Сәлимова менән Алһыу Шәрипова үткәрҙе.
Йыйылғандар яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың материалдары буйынса төшөрөлгән «Һәҙиә» документаль-публицистик фильмын ҡарап, әҙибәнең фажиғәле лә, бөйөк тә тормош һәм ижад юлы менән яҡындан танышты. Китаптар күргәҙмәһе яҙыусының ҙур булмаған, әммә сикһеҙ бай мираҫына байҡау яһаны.
Студенттар Анита Бозонян Анита, Эльза Минһажева Эльза, Регина Әхмәҙуллина Регина әҙибәнең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
«Мине яҡшыраҡ белгегеҙ килһә, «Ырғыҙ» романымды уҡығыҙ. Минең бөтөн йәнем, саф йөрәгем шул романда», – тип яҙған Һәҙиә Дәүләтшина.
Әҫәренең ул үҙе иҫән саҡта нәшер ителмәүе ни тиклем аяныс һәм, исеме аҡланып, мәңгеләштерелеүе, ижад емештәренең лайыҡлы баһаланыуы ни тиклем шатлыҡлы...
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: