Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Март 2020, 12:00

Аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәреләсәкме?

Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы валюта курсының күтәрелеүе сәбәпле Рәсәйҙә аҙыҡ-түлектең төп төрҙәренә хаҡтар артыуын көтмәй. Климатҡа бәйле илдә етештерелмәгән продукцияға ғына хаҡ артыуы мөмкин.

«Илебеҙ продукцияһында импорттың өлөшө күп түгел. Аграрийҙар миҙгелле баҫыу эштәренә алдан әҙерләнгән, яҙғы кампанияны үткәреү өсөн тауарҙарҙың төп импорт категориялары һатып алынған», тиелә Ауыл хужалығы министрлығы белдереүендә.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: