Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Март 2020, 17:00

Яҙ килде, яҙ, ергә наҙ килде!

Башҡортостанға ысын яҙ килде. 11 мартта һауа +6 градусҡаса йылынды. Бындай температура аҙна аҙағынаса һаҡлана.

Республика метеорологтары яуым-төшөм фаразламай, төньяҡ-көнбайышта бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Шуның менән бергә йәнә көслө ел сығыуы, ҡапыл иҫкәндә тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе мөмкин.
«Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: