Бөтә яңылыҡтар
Туризм
12 Март 2020, 14:00

Һылыуҡайҙар! Һеҙҙе матурлыҡ конкурсы көтә

IX «Мисс Башҡортостан – 2020» республика матурлыҡ конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды.

Еңеүсегә республика исеменән Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара сибәрлек конкурстарында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.
Конкурсҡа буйы 165 сантиметрҙан ашыуыраҡ, параметрҙары 90-60-90-ға яҡын, кейәүҙә һәм балаһы булмаған 16-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла.
Ғаризалар «Мисс Башҡортостан» билдәһе менән [email protected] почтаһына ҡабул ителә. Шулай уҡ исем-шәрифте, йәште, буйҙы, ҡаланы / районды һәм телефон номерын күрһәтергә, 3-5 фотоһүрәт (портрет һәм буй-һын) беркетергә кәрәк. Фотоһыҙ һәм мәғлүмәтһеҙ ғаризалар ҡаралмай.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: