«Башинформ» агентлығына «Аҡ Барыҫ» хоккей клубы медиа-үҙәге етәксеһе Михаил Степанов хәбәр итеүенсә, был яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына бәйле.
«Беҙ ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың ҡарарҙарын көтәбеҙ», – тине Степанов.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән кисә 24 мартта Башҡортостандың баш ҡалаһында булырға тейешле дүртенсе уйынға билеттар һатыуҙы туҡтатыуҙары тураһында хәбәр иттеләр. 22 мартҡа «Өфө-Арена»ға бөтә билеттар һатылып бөткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, әгәр уйынды тамашасыларһыҙ уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителһә, клуб уларҙың тулы хаҡын ҡайтара.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне