Операның тура трансляцияһы Мәскәү ваҡыты буйынса киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Илдең төп мәҙәниәт майҙансығында мөһим партияларҙы бар донъяға танылған опера йондоҙҙары Илдар Абдразаҡов (Аттила), Вероника Джиоева (Одабелла), Василий Ладюк (Эцио) һәм Лучано Ганчи (Форесто) башҡара. Актерҙар составында шулай уҡ Өфө труппаһы солистары Артур Ҡәйепҡолов (Леоне) һәм Айҙар Хәйруллин (Ульдино) бар. Спектаклдә оркестр, хор, балет һәм балалар опера студияһы ҡатнаша.
Дирижер пульты артында – музыкаль етәксе һәм спектаклдең ҡуйыусы дирижёры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты Артём Макаров.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне