Үҙәк хәрби округы командованиеһы республика башлығына акцияны үткәреүҙе ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте, тип хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.
Акцияны 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында башлап, 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһында тамамларға тәҡдим ителә. Өфөгә эшелон 2020 йылдың 1 майында иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, көндөҙгө сәғәт 5-се 2 минутта ҡуҙғалырға тейеш.
Хәрби эшелон составында 18 вагон: 4 пассажир вагоны, 4 багаж вагоны, хәрби техниканың тарихи өлгөләре өсөн 6 платформа, платформа-сәхнә, музей һәм медицина тәьминәте өсөн 2 ябыҡ вагон, вагон-ресторан.
«Акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан уҙғарыла, – тип хәбәр итте Үҙәк хәрби округы ғәскәрҙәре башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, генерал-лейтенант Михаил Теплинский. – Был традицияны тергеҙеү Бөйөк Ватан һуғышында еңеү һәм унда совет халҡының юғалтыуҙары тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн кәрәк».
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне