– Республикала сараға килеүселәр, тамашасылар һаны буйынса сикләүҙәр юҡ. Дүшәмбелә (16 мартта – ред.] беҙ кәңәшмә үткәрербеҙ һәм ҡарар ҡабул итербеҙ, – тине ведомство вәкиле.
Бынан алда «Башинформ» махсус санитар режим индерелгәндән һуң Ҡазанда «Салауат Юлаев» һәм «Аҡ Барыҫ» араһында КХЛ матчтарының тамашасыларһыҙ үтеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Өфөлә әлегә ундай режим индерелмәгән, сөнки республикала коронавирус инфекцияһына ыңғай тестар юҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне