Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Март 2020, 14:00

Еңеү көнө уңайынан түләүҙәр өсөн күпме аҡса бүлеү билдәләнгән

Башҡортостандың 2020 йылға бюджетында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 187 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла. Республика Финанс министрлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, ветерандарға, инвалидтарға, шулай уҡ элекке концлагерь тотҡондарына – 25 мең һум, тыл эшсәндәренә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр 5 мең һум түләнергә тейеш.
Тағы бер яңылыҡ – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәм инвалидтар, ҡамауҙағы Ленинградта йәшәгәндәр, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары өсөн популяр такси сервисының бушлай хеҙмәттәре. Дөйөм алғанда, улар – 1345 кеше. Айына дүрт тапҡыр республика биләмәһендә такси сервисы хеҙмәттәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин, бер тапҡыр йөрөү хаҡы 250 һумдан артмаҫҡа тейеш.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: