Кисә республика хөкүмәте күп кеше ҡатнашҡан сараларҙы тыйһа ла, юғары әҙерлекле күргәҙмәне үткәрергә хәл ителде. Уға илдең 30 төбәгенән 350-нән ашыу компания килде. Күргәҙмәнең яңы йүнәлештәренең береһе – урындағы фермерҙарҙың һәм ауыл хужалығы кооперативтарының, шулай уҡ республика агрокомпанияларының тауарҙарын берләштергән «Фермер продукттары йәрминкәһе».
Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика етәксеһе сараны асыу тантанаһында яңы производствоны сафҡа индереү традицияһын башлап ебәреүен белдерҙе. Видеобәйләнеш буйынса Ҡалтасы районындағы «Еңеү» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең һөт-тауар фермаһында һауыу ҡулайламаһы сафҡа индерелде. Компания 5 мең башҡа иҫәпләнгән ферма төҙөү буйынса инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра. Һалынған аҡсаның дөйөм күләме – 2,3 миллиард һум.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне