Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Март 2020, 12:00

Өфөлә ике-өс айҙа инфекция үҙәге төҙөләсәк

Әлегә республикала коронавирусҡа бәйле ғәҙәттән тыш режим индерелмәй. Шулай ҙа бер ни тиклем сикләү саралары бар. Улар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Иң ҙур һәм мөһим эштәрҙең береһе – Өфөлә инфекция үҙәге төҙөү.
– Был – бик әһәмиәтле төҙөлөш. Беҙ Хөкүмәткә һәм төҙөлөш комплексына бар яҡлап та ярҙам итергә әҙербеҙ. Бер нисә ай эсендә үҙәк төҙөлөп бөтөргә тейеш. Эйе, йылдар буйы түгел, ә ике-өс ай эсендә. Беҙ вирустың нисек килерен белмәйбеҙ, шуға ныҡлы әҙерлек кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, сирлеләр килеп сығып, арта башлау осрағына план булдырылған.
– Сирлеләр күбәйеп киткән осраҡта, Өфөләге 18-се һәм 8-се дауаханаларҙа өҫтәмә урындар булдырыласаҡ. Терапия һәм пульмонология бүлексәләрендә өҫтәмә урындар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта планлы медицина ярҙамы, планлы операциялар бер ни тиклем сикләнәсәк. Ашығыс ярҙам һәр кемгә тулыһынса күрһәтеләсәк, – тине министр.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: