Бөтә яңылыҡтар
Туризм
18 Март 2020, 12:58

Беҙҙең Зүлиә – иң оҫтаһы, иң матуры

Бәләбәйҙең башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы Зүлиә Исламова «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының «Оҫта уҡытыусы» номинацияһында еңеү яуланы.

Быйыл республикабыҙҙың ике йөҙҙән ашыу уҡытыусыһы «Йыл уҡытыусыһы-2020» конкурсының район этаптарында еңеп, финалға сыҡты һәм Өфөлә төрлө һынауҙарҙа оҫталыҡта ярышты. Уның сиктәрендә «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы», «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Йәш йыл уҡытыусыһы» бәйгеләре ойошторолдо. Мәртәбәле конкурсты ябыу тантанаһы башҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында уҙҙы.
Беҙҙең Бәләбәйҙән был конкурста башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова ҡатнашты һәм районыбыҙҙ лайыҡлы күрһәтте. Зүлиә Хәмзә ҡыҙы – «Оҫта уҡытыусы» номинацияһы еңеүсеһе. Ул шулай уҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
– Мин үҙемдең «түңәрәк өҫтәл»гә тиклем, финалға барып етеүемә бик шатмын. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән уҡытыусылар менән эш тәжрибәһе менән бүлешкәнем өсөн ҡыуанам, – тип тәьҫораттары менән бүлеште Зүлиә Хәмзә ҡыҙы. – Шулай уҡ бөгөнгө көндә «Оҫта уҡытыусы» номинацияһы алыуым менән ғорурланам! Минең өсөн тауыш биреүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур-ҙур рәхмәттәремде еткерәм.
Афарин, Зүлиә, киләсәктә лә һеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын!
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас: