Шулай уҡ граждандар өсөн махсус ҡыҙыу бәйләнеш асыла, тип хәбәр итте РИА Новости.
– Уның номеры – 8 800 2000 112, – тине Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Дмитрий Чернышенко хөкүмәт ҡарамағындағы илдә коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында. – Әлеге ваҡытта «Росмолодежь» һәм Ирекмәндәр үҙәктәре ассоциацияһы менән берлектә карантинда булғандарға, шулай уҡ өлкән йәштәгеләргә Бөтә Рәсәй ярҙам акцияһы әҙерләнә.
Вице-премьер Татьяна Голикова һүҙҙәренсә, хөкүмәт үҙ теләге менән ярҙам итеүсе ойошмалар менән берлектә улар мөмкинлектәре сиклеләргә ярҙам итһен өсөн әүҙем эш алып бара.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне