Тәүге алдынғы өсәү иҫәбенә Ейәнсура районының Башҡорт Үргене, Баймаҡ районының Йылым, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылдары инде. Уларға төбәк Башлығы рәхмәт белдерҙе, еңеүселәр дипломдар һәм 500, 200, 150 мең һумлыҡ аҡса сертификаттары менән бүләкләнде.
Беренсе муниципаль этапта республикалағы 52 райондан 464 ауыл ҡатнашып, еңеүселәр тип 47 тораҡ пункт билдәләнде. Улар бәйгенең икенсе – республика этабында көс һынашыуҙы дауам итте.
Республика Башлығы был йәмәғәт башланғысын дауам итергә кәрәклекте белдерҙе һәм ағымдағы йылда бәйгенең сиктәрен киңәйтергә, ҡатнашыусылар һанын арттырырға тәҡдим итте. Унан тыш, был аҡсалата бүләк фондын да унлата күбәйтергә булышлыҡ итәсәк, биш еңеүсе иһә, халыҡтың теләгенә ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенең ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһын тормошҡа ашыра аласаҡ.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне