Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Март 2020, 12:00

Милли кейемебеҙҙе танытайыҡ донъяға!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы социаль селтәрҙәрҙә башҡорт кейеме флешмобы башланыуын иғлан итте.

Унда ҡатнашыу өсөн башҡорт милли кейемендә төшкән фотоһүрәтте #Ҡоролтаймилликейем хештегтары менән Фейсбук, Бәйләнештә йәки Инстаграм социаль селтәрҙәренә һалырға кәрәк. Кейем ҡайһы ырыу башҡорттарыныҡы, ҡайһы төбәккә хас биҙәктәр менән биҙәлгән – ошо мәғлүмәтте лә күрһәтеү мотлаҡ.
«Халҡыбыҙҙың күңел йәүһәре – милли кейемебеҙҙе донъяға таныт! Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил дә. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре бар. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытайыҡ. Флешмобҡа ҡушылығыҙ!», – тип хәбәр итте проектты ойоштороусылар.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: