– Ябай булмаған шарттарҙа, беҙ, һис шикһеҙ, иҡтисадҡа ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Инвестицияларға килгәндә, рецессияны бөлгөнлөк түгел, ә артабанғы үҫеш мөмкинлеге итеп ҡарарға кәрәк. Бындай шарттарҙа инвесторҙар бизнесҡа ярҙам итергә әҙер булған ышаныслы партнерҙарҙы һайлаясаҡ. Быға өйрәнеү, Рәсәй һәм сит илдәр тәжрибәһен анализлай белеү талап ителә.
Ултырышта «Октябрҙең ХII йыллығы» компанияһы директоры Александр Виноградов Асҡын районында төҙөләсәк малсылыҡ фермаһы проекты, ә «МашНефтеГазСервис» директоры урынбаҫары Илшат Сафуанов предприятиены яңыртыу пландары тураһында һөйләне.