Акцияны 2024 йылға тиклем апрелдең һәр дүртенсе шәмбеһендә уҙғарыу планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығына башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған ойошма менән берлектә диктантты үткәреү буйынса саралар планын әҙерләү һәм раҫлау бурысы йөкмәтелде. Финанслау сығанаҡтарын республиканың Финанс министрлығы билдәләй.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне