Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Март 2020, 11:00

Майҙа байрамдарға бәйле һигеҙ көн ял итәбеҙ

Май айында республикала йәшәүселәрҙе оҙайлы ялдар көтә.

Башҡортостан Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы һигеҙ көн ял була.
Республика халҡы биш көн рәттән – 1 майҙан 5-енә тиклем ял итә. Һуңынан ҡыҫҡа эш аҙнаһы – 6 майҙан 8-енә хәтлем. 9 майҙан 11-енә тиклем – шулай уҡ байрам көндәре.
Өҫтәүенә 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: